Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 20:00

Һуғыш ветеранына оло иғтибар

Улар күрһәткән батырлыҡ мәңгелек!

Шишмә районының Уразбахты ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рафаил Ғиндулла улы Ғәбиҙуллин йортона ҡунаҡтар килеп китте.
Райондың "Еңеү ирекмәндәре" хәрәкәте вәкилдәре менән ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Зинур Үҫәев Белорус фронтында һуғышҡан яугир менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Һөйләшә торғас асылып киткән, хәтере лә яҡшы булған ветеран хәтирәләргә бирелеп, үткән яу юлы хаҡында бәйән итте. Үҙенә булған иғтибарға, уға бүләккә бирелгән - ҡан баҫымын үлсәү аппаратына ла Рафаил ағай ихлас күңелдән һөйөндө.
Йылы һүҙгә, осрашыуға һәр саҡ мохтаж булған ветерандарҙы оонтмайыҡ. Улар күрһәткән батырлыҡ мәңгелек!
Мәғлүмәт "Доверие" йәштәр үҙәге сайтынан алынды.
Читайте нас: