Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 18:00

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

Үҙ эшенә ғашиҡ оҫта

Тал сыбығынан үреп, экологик яҡтан таҙа продукт тип иҫәпләнгән төрлө йыһаздары, сувенирҙары, вазалары менән данлы оҫта Юрий Калагановты Благовещенда ғына түгел, Башҡортостанда ла яҡшы беләләр.
Йылдан - йыл халыҡ араһында ошондай матур, нәзәкәтле ҡул эштәренә һорау арта бара. Кемдер уларҙы һатып алып, йорт - фатирына ҡуйып ҡулланһа, ә икенселәр яҡындарына тыуған көн - юбилейҙарға бүләк итә. Беҙ был эштәрҙең гүзәллегенә ҡарап һоҡланабыҙ, ә оҫтаның уны үҙ ҡулдары менән ниндәй юлдар аша тыуҙырғанына бик төшөнөп бөтмәйбеҙ.
- Көҙ көндәрендә тал ҡыуаҡтары япраҡтарын ҡойоп бөтөргәс тә, урманда материал әҙерләйем. Был эштәрҙә кәмендә биш йыл үҫкән талдың иң ныҡ, шыма ботаҡтары ҡулланыла. Улар эҫе һыуҙа ҡайнатыла, ағастың ҡайрылары таҙартылғандан һуң ныҡлап киптерелә. Барса технологияларҙы дөрөҫ үтәп,еренә еткерелеп кенә эшкәртелгән ботаҡтар менән матурлыҡ ижад итеүеңде дауам итәһең, - ти Юрий Владимирович.
Тал менән эшләүҙең алыштырғыһыҙ оҫтаһы булған Юрий Калагановтың ҡул эштәре республика кимәлендә үткән күргәҙмәләргә лә йыш урынлаштырыла.
Читайте нас: