Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 10:50

Күркәм сара

Нуриман районының “Айгөл” ҡатын - ҡыҙҙар клубы ағзалары башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең ижадына арналған сара ойошторҙо

​Ғинуар айында йәмғиәтебеҙ ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын, башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың 95 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте.​
​Нуриман районының Павловка ауылында “Айгөл” ҡатын - ҡыҙҙар клубы ағзалары урындағы китапханала башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең ижадына арналған күркәм сара ойошторҙо. Кисәлә ҡатнашыусылар Шәйехзада Бабичтың балладалары, эпиграммалары, шиғырҙары тураһында фекер алышты. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөһрә Аҡдәүләтова халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Ш. Бабичҡа арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Ижади сараға йыйылыусылар Яныбай Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман - тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Руда” романдары хаҡында ла һөйләштеләр. Етемлектең әсе һурпаһын татыған, алтын йыуыу приискыһында эшләгән, ҡатмарлы һуғыш юлдарын үткән, дәүләт, хоҡуҡ һаҡлау органдарында юғары вазифалар биләгән Яныбай Хамматовтың һәр саҡ әҙәбиәт тормошо уртаһында ҡайнап йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Фекер алышыусылар Абдулхаҡ Игебаев һәм Муса Сиражиҙың әҙипкә бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып китте, Я. Хамматовтың яратҡан “Ильяс”, “Ҡаһым түрә” йырҙарын тыңланы.
Читайте нас: