Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:50

Балаға - хеҙмәт тәрбиәһе

Өйрәнгәнең үҙең өсөн...

"Эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн" тип бала саҡта әсәй - өләсәйҙәрҙең беҙҙе өйрәткәндәре ныҡ иҫтә ҡалған.
Ошо мәҡәлдең йылдар үтеп, ҙурайғас ҡына мәғәнәһен һәм уның бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмауын аңланым.
Благовещен ҡалаһындағы 9 - сы һанлы " Петушок" балалар баҡсаһының тәрбиәселәре тәрбиәләнеүселәрен хеҙмәткә өйрәтеү, уға ылыҡтырыу маҡсатынан байтаҡ эштәр башҡара. Ҡышҡы - яҙғы осорҙа "Ласточка" өлкән төркөмө балалары алдан әҙерләп тупраҡты һауыттарға тултырып, уларға һуған, петрушка, укроп ултыртып, ваҡытында һыу һалып, көндән - көн нисек үҫеүен күҙәтеп барасаҡ. Өлкәндәрҙең тырышлығы, уларҙың хеҙмәт аша маҡсатҡа ынтылыш, отҡорлоҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләүе киләсәктә балаларға бик кәрәк булыр.
Читайте нас: