Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 18:10

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Белгестәр трубканы шылтырағас, 10 – 12 секундтан һуң ғына ҡолаҡҡа яҡын килтерергә кәңәш итә

Һеҙ көнөнә нисә тапҡыр телефондан һөйләшәһегеҙ? Баҡтиһәң, Һөйләшеү ике минуттан артмаҫҡа тейеш.
"Роспотребнадзор" белгестәре кеҫә телефонын салбар кеҫәһендә йөрөтөү зарарлы, тип белдерә. Уның шылтыраған һәм элемтә урынлашҡан ваҡытта гаджеттар тулы ҡеүәтенә эшләй икән. Был мәлдә зарарлы нурҙар ҙа күп бүленеп сыға. Зарары аҙыраҡ булһын өсөн, белгестәр трубканы шылтырағас, 10 – 12 секундтан һуң ғына ҡолаҡҡа яҡын килтерергә кәңәш итә.
Халыҡ араһында телефондан оҙаҡ һөйләшеү мейе яман шешенә сәбәп булыуы мөмкин тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. Онкологтар үҙҙәре иһә, был ҡараш дәлилләнмәгән, ти. Яман шешкә телефон ни дәрәжәлә тәьҫир иткәне теүәл асыҡланмайынса ла, гаджеттарҙан смс хәбәрҙәр яҙышыу бармаҡтар, быуындарҙың үҙгәрешенә килтереүен раҫлаған. Кеҫә телефондары күҙгә лә һиҙелерлек зыян килтерә.
Читайте нас: