"Экология" милли проекты сиктәрендә республикала сүп контейнерҙарын алыштырыу бара.1100 литрлыҡ күсмә пластик евроконтейнерҙар баш ҡалаға Түбәнге Камалағы «Ай-Пласт» заводынан килтерелгән. 660 дананан торған беренсе партия Өфөлә урынаштырылған да инде.Башҡортостандың Экология министрлығының матбуғапт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә 13 меңдән артыҡ сүп контейнеры бар. Күпселеге үз ресурсын күптән үтәгән һәм алыштырыуга мохтаж. Контейнер паркын яңыртыу халыҡҡа күрһәтелә торған хеҙмәттәрҙең сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.Тиҙҙән төбәк операторҙар