Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауылының иң яҡшы урамдарының береһе булған Октябрьский урамы халҡы 3 - сө һайлау округы депутаты Григорий Жосков менән осрашты.
Бер - береһен ярты һүҙҙән аңлап, дуҫ, татыу йәшәгән был урам халҡының эштәре көйлө, донъялары бөтөн, үҙҙәре имен - аман йәшәп ята. Урамға һыу будкалары ҡуйыласағын да улар дәррәү күтәреп алды. Тыуған ауылым, ауылдаштар, күршеләр тип йән атып торған халыҡ өсөн ауылдағы барса башланғыстар ҙа бик мөһим һәм кәрәкле. Осрашыуға килгән ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилина, ауыл Советы депутаты Григорий Жосков ауылды төҙөкләндереү, хужаһыҙ ҡалған ташландыҡ йорттарҙың проблемаларын хәл итеү, эскелек, янғындар, берәҙәк эттәр темаһына ҡағылған актуаль мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
- Әлеге ваҡытта ауылыбыҙ менән "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабын еңеп сығып, республика кимәленә әҙерләнәбеҙ. Ауылыбыҙ йәмәғәтселеге спиртлы эсемлектәр һатыу, уларҙы ҡулланыу, тәмәке тартыуҙы тыйыуға йүнәлтелгән ағартыу эшмәкәрлеген йәйелдерҙе. Беҙ, барыбыҙ ҙа сәләмәт тормош, матур ғаиләләр, аҡыллы балалар, иҫәнлек, именлек, матурлыҡ яҡлы, - тип һөйләне ауылдың ветерандар советы рәйесе, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Александра Ковязина.