Бәләкәй генә, ҡыйыуһыҙ, бер аҙ аптырабыраҡ ҡалған балаларҙы өлкәндәр бында етәкләп, оҙатып килгән. "Малышок" мәктәпкә әҙерлек программаһына ярашлы, дәрестәргә йөрөй башлаған 60 бала уҡырға, яҙырға өйрәнеп, һандар менән таныша башланы. Яңы быуын дөйөм белем биреү стандарттарына яраҡлашҡан уҡыусы тәрбиәләйем тигән ата - әсәләр өсөн балаһының хәтере, зиһене, иғтибары, фекерләү ҡеүәһе, бәйләнешле телмәре булыуы мөһим. Ошондай сифаттарға эйә булған бала мәктәп программаһына еңел генә өйрәнеп китер, тирә - яҡтағы мөхиткә лә тиҙ эйәләшеп, тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел дә табыр.