Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 16:30

Күмәкләшеп саңғыға, волейболға

Уҡыусыларҙы дәрт, спортҡа һөйөү берләштерә

Благовещен ҡалаһындағы М.Киняшов исемендәге 6 - сы һанлы мәктәпкә күмәк спорт төрө - волейболды үҙ иткәндәр ярыштарға йыйылды.
2005-2007 йылда тыуған ҡыҙҙар һәм егеттәр XXII Спартакиадала ҡала - райондың мәктәп уҡыусылары иҫәбенә үткән ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Башҡа мәктәп командалары араһында 6 - сы мәктәптең ҡыҙҙары беренселәр рәтенә инһә, ә егеттәр командаһы икенсе урынға сыҡты.
Райондың иң шәп саңғысылары тип ҡаланың 5 - се, 6- сы, 4- се мәктәп уҡыусылары танылды. Улар бер саҡрым дистанцияны етеҙ үтте. Алдынғылар район данын республика кимәлендәге ярыштарҙа яҡлаясаҡ.
Сәләмәт тормош яҡлы уҡыусылар тәрбиәләгән уҡытыусыларҙың, спорт яратҡан йәштәрҙең уртаҡ эштәре ыңғай һөҙөмтә бирә.
Читайте нас: