Нуриман районы хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” муниципалитет территорияһында урынлашҡан мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дәүләт учреждениеларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте үҫтереүгә арналды
“Абсолют - 02” предприятиеһы тәҡдим иткән хәүефһеҙлекте көсәйтеү саралары хаҡында эшлекле фекер алышыу булды.
Хакимиәт башлығы Азамат Ризуан улы Носратуллин билдәләүенсә, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һаҡлауҙы ойоштороу 44 - ФЗ законына ярашлы алып барыла, ләкин был системаның йомшаҡ яҡтары ла бар. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса ҡарар ҡабул ителде.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шулай уҡ Яңы Күл ауыл биләмәһендә һарыҡсылыҡты үҫтереү юлдары ҡаралды. Үҙ эшен башлаусы фермер “Агростартап” дәүләт программаһында ҡатнашып, һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә теләге барлығын белдерҙе. Уға бизнес - план төҙөүҙә, кәрәкле документтар папкаһын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. “Агростартап” дәүләт программаһы буйыса крәҫтиән - фермер хужалыҡтары 3 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамы алыу мөмкинселегенә эйә. Был аҡсаны ферма төҙөүгә, ауыл хужалығы техникаһы, малдар һатып алыуға тотонорға мөмкин.