Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 16:00

Йәштәштәренең батырлығы һоҡландырҙы

Ҡыҙыҡһыныусан балаларға - ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауыл мәктәбе уҡыусылары "Ҡыҙылъяр" тарихи - мәҙәни үҙәгендә йыш була.
Был юлы ла бында уларҙы үҙәк белгесе Венера Фәрғәнова апайҙары ихлас ҡаршы алып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, уҡыусылар күңелендә тарихи хәтерҙе һаҡлау, ата - бабаларыбыҙҙың мәңгелек батырлығын хөрмәтләү маҡсатында үтте лә инде был осрашыу. "Ҙур һуғыш һәм бәләкәй геройҙар" тигән документаль фильмды йотлоғоп ҡараған балалар, әлеге көндә улар йәшендәге һуғыш геройҙарының ҡаһарманлығына, батырлығына, сыҙамлығына, тәүәкәллегенә һоҡланды. Йәш Советтар Союзы геройы, партизан - разведчик Валентин Котик күрһәткән батырлыҡ тураһындағы мәғлүмәткә улар ентекле туҡталды. Венера Әхмәт ҡыҙы 14 йәшендә генә геройҙарса һәләк булған ҡыйыу, сыҙам Валентиндың дошманға ҡаршы барыуы, уларҙың радио бәйләнешен боҙорға булышыуы, партизандарға ярҙам итеүе күп тапҡырҙар ҡабатланған.
Сара һуңында уҙған викторинала ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн һөйләнелгән пионер - геройҙар тураһындағы һорауҙарға дөрөҫ итеп яуаптар ҙа бирҙе. Иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан балалар артабан да ошо үҙәккә килеп, юғарыла телгә алынған темаға, пионер - геройҙарҙың батырлығына әйләнеп ҡайтасаҡ әле.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: