Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 11:15

Алыҫ юлдан - еңеү менән

Зирәктәр еңеп ҡайтты

Шишмә районы шахматсылары 450 саҡрым алыҫлыҡтағы юлды үтеп, Удмурт Республиканың Дебесы ауылында үткән ярышҡа барып ҡайтты.
Ауыл мәктәптәре уҡыусылары араһында уҙған тиҙ шахмат буйынса Рәсәй беренселеге ярыштарында 17 региондан килгән 57 командала 222 бала көс һынашты. Улар араһындағы Шишмә спорт - һауыҡтырыу комплексында зирәктәр уйыны - шахмат уйыны менән шөғөлләнгән балалар ҙа ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.5 кешенән торған шахматсылар командаһы еңеү яуланы. Шәхси иҫәптә рекорд ҡуйып, мәрәй йыйған Камилла Байбурина чемпион исемен алды. Айгөл Каспранова һәм Илнур Әсәҙуллин 19 йәшлектәр араһында 2-3 урынға сыҡты.9 йәшлек малайҙар араһында иң йәш яҡташыбыҙ Динар Байбурин еңде.
Башҡортостан Республикаһының, тыуған Шишмә районының данын күтәргән аҡыллы балалар менән барыһы ла хаҡлы ғорурлана.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: