Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:00

Батырҙар - халыҡ күңелендә

Һәйкәлдәр тереләргә кәрәк

Благовещен ҡала - районында Бөйөк Еңеү хаҡына яу яландарынан тыуған еренә ҡайта алмай, ғүмерен аямай һуғышҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған 26 һәйкәл, мемориалдарҙың торошо тикшерелде.
Былтырғы йылда Яңы Надеждин, Ильина Поляна ауылдарындағы һәйкәлдәр "Берҙәм Рәсәй" партияһы проектына ярашлы, өлөшләтә яңыртылды, тирә - яғы ла төҙөкләндерелде. Быйылғы оло юбилей - Бөйөк Еңеү ҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән осорҙа Благовещен ҡалаһындағы Дан монументын, ундағы һәйкәлде лә тәртипкә килтереү күҙаллана. Был ремонт эштәре иртә яҙҙан башланасаҡ. Әлегә һәр ауыл, һәр мәктәп үҙенең территорияһында урынлашҡан һәйкәлдәрҙе, уларҙың тирә - яғын ҡарҙан таҙартып тора. Бедеево Поляна ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла был эштән ситтә ҡалмай. Яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде тәртиптә тотҡан уҡыусылар, тыныс тормош өсөн яу яланында ятып ҡалған ата - бабалар рухына тап төшөрмәй, уны күңелендә йөрөтә.
Читайте нас: