Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 11:30

Бейеү оло тормошҡа юл аса

Халыҡтар мәҙәниәте - халыҡ бейеүҙәрендә

Өфө районы Михайловка ауылының моделле мәҙәниәт йортондағы "Шаян" бейеү ансамбле коллективына малайҙар һәм ҡыҙҙар эркелешеп йөрөй.
Һәр баланың мөмкинлеген күреп, һәләтен, оҫталығын тоя белгән, кешелекле, иғтибарлы хореограф Розалина Илдар ҡыҙы Сәғҙәтова йәш һәләттәрҙе бергә туплай алған. Ул үткәргән бейеү дәрестәрендә балалар төрлө ил халыҡтары мәҙәниәте менән яҡындан таныша, төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнә. Шуға ла "Шаян"дың репертуары көндән - көн тулылана, байый бара. Дәртле балалар башҡорт, рус, татар, кавказ халыҡтары бейеүҙәрен оҫта башҡара.
Улар араһынан киләсәктә хис - тойғоһо үҫешкән, сәнғәт, матурлыҡ донъяһына ғашиҡтар үҫеп сығыр.
Мәғлүмәт Өфө районы Михайловка ауылының моделле мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: