Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова эш визиты менән Нуриман районында булды.
Етәксе мәҙәни объекттарҙың торошо менән танышты, граждандарҙы ҡабул итте.
Районда хәл ителәһе эштәр бар әле. Мәҫәлән, балалар сәнғәт мәктәбе бөгөндән үк яңы, заман талаптарына яуап биргән бина талап итә.
Район үҙәк китапханаһы һәм урындағы музейҙың киләсәге тураһында ла хәстәрләргә ваҡыт, сөнки бүленгән бүлмәләр талаптарға яуап бирмәй, яҡтылыҡ етмәй. Ғөмүмән, ауыл мәҙәниәт учреждениеларының матди - техник базаһын нығытыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк.
Гөлдәр Исмәғил ҡыҙына һорауҙар һәм тәҡдимдәр күп булды. Ауылдарҙағы мәҙәни объекттарға йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу өсөн дәүләт программалары кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләрендә ыңғай үҙгәрештәр бар бит.
Граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында ҡайһы бер мөрәжәғәтнамәләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, яуаплы хеҙмәткәрҙәргә күрһәтмәләр бирелде.