Бөтә интернет киңлектәрен үҙенең “Председатель сельсовет” йыры менән яулап алған талантлы эстрада артисы Илнур Юламановты Нуриман йәштәре ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Илнур махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ойошторолған “Ctudent party” исемле мәҙәни сарала ҡатнашты. Үҙәк мәҙәниәт йортонда үткән был музыкаль күңел асыу тамашаһында төрлө уйындар, конкурстар уҙғарылды, йыр - моң яңғырап торҙо.
Йәштәр рәхәтләнеп ял итте, Илнур Юламановтың ижады менән яҡынданырыраҡ танышыу мөмкинселеге алды.