Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 11:30

Мәрхәмәтлелек акцияһы

Мультфильмдар ҡарау, батут залында уйнау, боҙ майҙансығында тюбингтарҙа шыуыу, кафела һыйланыу балалар өсөн мажараларға бай бүләк булды

​Үткән аҙнаның шәмбе көнө Нуриман районының Ишморат ауылында урынлашҡан балалар приютында тәрбиәләнеүселәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
​Өфө ирекмәндәре кескәйҙәрҙе баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан “Простор ” күңел асыу үҙәгенә алып барҙы. Мультфильмдар ҡарау, батут залында уйнау, боҙ майҙансығында тюбингтарҙа шыуыу, кафела һыйланыу балалар өсөн мажараларға бай бүләк булды.
​Ошо сараны ойоштороуға бар күңелен һалған Гөлнара Ноғомановаға, Марат һәм Альбина Әсәҙуллиндарға, Сергей һәм Виктория Лебедевтарға, Дмитрий Целищевҡа һәм башҡа мәрхәмәтле кешеләргә приют коллективы оло рәхмәтле.
Читайте нас: