Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 11:00

Һоҡланғыс тәбиғәтебеҙ мәңгелек булһын

Күршеләрҙәге изге урындар

Өфө районының Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йортондағы "Көмөш йәш" клубы ағзалары бар башланғысты күтәреп ала, бер саранан ситтә ҡалмай.
Ғөмүмән, әйткәндә улар үҙҙәренең әүҙемлеге менән йәштәр өсөн асыҡ миҫал булып тора. Әле яңыраҡ улар бергәләп, Благовещен районында урынлашҡан Изге Георгий ғибәҙәтханаһына сәйәхәт ҡылған. Уның территорияһында урынлашҡан сиркәүгә кереп сыҡҡан, изге шишмә һыуын да тәмләгәндәр.
Артабанғы сәйәхәтен улар күрше Нуриман районындағы Ҡыҙыл Шишмә ауылында дауам иткән. Тирә - яғы ҡаралған, Рәсәйҙә иң ҙур шишмәләрҙең береһе тип иҫәпләнгән был таҙа һыу сығанағы булыуын улар күптән белә ине. Бына ниһәйәт, был матур урынды килеп күреү бәхетенә лә иреште өлкәндәр.
- Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтен бер нимәгә лә алыштырырлыҡ түгел. Тик уны һаҡларға, ҡәҙерләргә генә кәрәк",- тигән фекерҙә улар.
Мәғлүмәт Өфө районының Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йорто сайтынан алынды
Читайте нас: