Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 10:30

Питомниктың эше тергеҙелә

Үҙ ереңдә үҫкәне - ҡәҙерле

70 йыллыҡ бай тарихлы, 750 гектар майҙанда урынлашҡан Шишмә емеш - еләк питомнигы былтыр "Шишмә емеш - еләк питомнигы" ауыл хужалығы предприятиеһы йәмғиәте тарафынан шефлыҡҡа алынды.
Улар үҫтергән сифатлы емеш - еләк, йәшелсә мәктәп ашханаларына былтыр һатылған да инде. Уҙған йылдың көҙөндә 20 мең алма үҫентеләре ултыртылып, төрлө йәшелсәләр, ҡарағат, миләштән мул уңыш алынған. Быйылғы йылда ла алма, ҡара ҡарағат, еләк ултыртыласаҡ.Декоратив ағас, сәскә үҫентеләре лә халыҡҡа тәҡдим ителәсәк.
- Былтырғы эш сезонында майҙандарҙа 80 кеше эшләне. Быйыл теплицалар ҡуйһаҡ, эшселәр һаны тағы ла артасаҡ. Сифатлы, һөҙөмтәле эш өсөн техника етерлек кимәлдә һатып алынған. Беҙгә яңы көстәр - йәш белгестәр һәм беҙҙән эшләргә теләк кенә талап ителә, - тип һөйләне йәмғиәттең башҡарма директоры Ынйы Әхмәҙуллина.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: