"Йәш шахматсы" ярышында 2-се кластан 9 - сы класҡа тиклемге йәш категорияһына ингән балалар ҡатнашты. Уйынға һәр кластан бер малай һәм бер ҡыҙ тәҡдим ителде. Шахмат таҡтаһында ҡыҙыу барған уйындан тыш, улар был уйын төрөнөң барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылған һорауҙарға ла яуап бирҙе.
Ярышта еңеп сыҡҡан алға ынтылышлы, маҡсатына ирешеүсән, зирәк, отҡор Дарья Низаеваны, Артем Коробейниковты, Лиана Нәсибуллинаны, Егор Ковязинды, Юлия Ғирфанованы, Денис Вәлиевты, Александр Бронниковты киләсәктә лә яңынан - яңы еңеүҙәр көтөп торһон.