Йәйғор
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 13:00

Таҙалыҡ өсөн

“Сүп - сар реформаһы” проекты буйынса региональ оператор менән килешеү төҙөлмәһә, шәхси эшҡыуарҙарға, юридик шәхестәргә штраф санкциялары ҡулланасаҡ

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, эшкәртеү буйынса Нуриман районын хеҙмәтләндереүсе 1 - се һанлы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы вәкилдәре хакимиәт бинаһында шәхси эшҡыуарҙар һәм бөтә төр милек хужалары менән осрашты. Был сара 2020 йылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса килешеүҙәр төҙөү маҡсаты менән ойошторолдо.
​Хәҙерге көндә 83 субъект менән килешеү төҙөлгән. Ҡабул итеү сиктәрендә тағы ла бюджет һәм коммерция ойошмаларынан 30 вәкил мөрәжәғәт итте, уларҙың 16 - һы килешеү төҙөү өсөн документтар тапшырҙы. Шулай уҡ региональ оператор вәкилдәре сүп - сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙең нисек иҫәпләп сығарылыуы хаҡында аңлатма бирҙе. “Сүп - сар реформаһы” проекты буйынса региональ оператор менән килешеү төҙөлмәһә, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы шәхси эшҡыуарҙарға, юридик шәхестәргә штраф санкциялары ҡулланасаҡ.
Читайте нас: