Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 14:30

Һөнәрҙе уйлап һайларға кәрәк

Профориентация саралары сығарылыш кластары өсөн кәрәк һәм файҙалы, сөнки улар балаларға күңелдәренә яҡын булған һөнәрҙе һайларға булышлыҡ итә

Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжы, заман талаптарына яраҡлашып, эш баҙарын кәрәкле һөнәр белгестәре менән тәьмин итеүсе уҡыу йорттарынан һанала.
​Нуриман районының Иҫке Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 - 10 класс уҡыусылары уҡыу йорто менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсаты менән бында экскурсияла булды.
​Колледж директоры Сынтимер Баязитов өлкән класс уҡыусыларын уҡытыу - тәрбиә эшенең торошо, белгестәрҙе әҙерләү йүнәлештәре, уҡыу йортоноң материаль - техник базаһы менән таныштырҙы. Уҡыуҙа, спортта, ижади конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшкән студенттар тураһында ла ентекле мәғлүмәт бирелде.
Бында робототехникаға һәм яңы технологияларға ҙур иғтибар бүленә. “Яңы быуын” дизайн театры, ундағы бай кейемдәр коллекцияһы беҙҙең уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыу йортона арналған презентация фильмы күрһәтелде. Ул белем усағын тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итте.
Ошондай профориентация саралары сығарылыш кластары өсөн кәрәк һәм файҙалы, сөнки улар балаларға күңелдәренә яҡын булған һөнәрҙе һайларға булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, үҙ тәғәйенләнешеңде табыу – ҙур бәхет ул.
Читайте нас: