Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 13:40

Уҡыу йорто менән танышыу

Өлкән класс уҡыусыларын колледждың материаль - техник базаһы, уҡытыу йүнәлештәре, тарихы ҡыҙыҡһындырҙы

Өфө автотранспорт колледжы элек - электән Башҡортостан халыҡ хужалығын инженер - техник кадрҙар, автомеханиктар менән тәьмин итеп тороусы абруйлы уҡыу йорто һаналды.
​Нуриман районы мәктәптәренең бер төркөм уҡыусылары ошо белем усағы менән танышып ҡайтты.
​Өлкән класс уҡыусыларын колледждың материаль - техник базаһы, уҡытыу йүнәлештәре, тарихы ҡыҙыҡһындырҙы. Улар геология музейы, транспорт логистикаһы һәм геодезия кабинеттары, шиномонтаж оҫтаханаһы менән яҡындан таныштылар.
​Колледж уҡытыусылары был уҡыу йортон тамамлаусыларҙың һәр ерҙә лә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, уҡытыу ҡорамалдарының, тренажерҙарҙың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Читайте нас: