Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 13:00

Ут күршеләр ярышты

Нуриман һәм Иглин райондары хакимиәттәре араһында волейбол буйынса осрашыу үтте

Ҡыҙылъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында Нуриман һәм Иглин райондары хакимиәттәре араһында волейбол буйынса осрашыу үтте.​ Тәүҙә 25:10 иҫәбе менән Иглин спортсылары еңеүгә өлгәште. Икенсе осор 25:23 иҫәбе менән хужалар файҙаһына тамамланды.​ Өсөнсө уйын бик көсөргәнешле уҙҙы, еңеү яулау өсөн волейболсыларға байтаҡ көс түгергә тура килде. Һөҙөмтәлә 28:26 иҫәбе менән Нуриман хакимәте хеҙмәткәрҙәре алға сыҡты һәм осрашыуҙың еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды.​Һәүәҫкәр спортсылар ыңғай тәьҫораттар, көс - дәрт алып, бер –береһенә уңыштар теләп таралышты.
Читайте нас: