Ауыл биләмәләре командалары өсөн был ярыш XI Ҡышҡы спартакиада, Өфө районының 90 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолдо. Боҙ аҫтынан балыҡ тотоуға барса оҫталығын, тырышлығын һалған балыҡсылар, балыҡ тотоу тәртибен еренә еткереп башҡарҙы. Иң күп балыҡ тотҡан Ҡармасан ауыл биләмәһе командаһына тиңдәр булманы. Улар бер һүҙһеҙ беренселәр рәтенә сыҡты. Миловка, Николаевка ауыл биләмәһе командалары 2 - 3 - сө урындар алды. Иң эре балыҡты - Павел Фомин, ә иң бәләкәйен - Денис Кубышкин тотҡан. Ҡышҡы балыҡ тотоуҙа уңышҡа өлгәшкәндәрҙең һәр береһе маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән тәбрикләнде.