Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 14:00

Башҡорт теле йылы

"Далан"ға өсөнсө урын

"Башҡортостан ынйылары" - тарихи шәхестәргә арналды.
Өфө районының Алексеевка ауылында "Башҡортостан ынйылары" республика конкурс - фестиваленең зональ этабында биш райондың йәш көстәре араһында йәш благовещендар ҙа ҡатнашты.
Конкурсҡа төрлө райондарҙан килгән театр төркөмдәре уҡыу һәм эҙләнеү эшмәкәрлеге менән етди шөғөлләнеүен үҙ сығышы аша асыуға өлгәште. 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге йәштәге уҡыусыларҙан торған "Далан" төркөмө лә "Рухи байраҡ һинең исемең" темаһына ҡағылышлы 10 минутлыҡ "Еңеү байраҡсыһы" тигән тамаша әҙерләгәйне.
А.Першин исемендәге 4 - се мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә атап бирелгән ролдәрҙе оҫта башҡарҙы. 1945 йылдың 30 апрелендә 22.40 минутта гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков командалығында беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙаған Ғазый Ҡазыхан улы Заһитов ролен 9 -сы класс уҡыусыһы Тимур Юламанов оҫта уйнаны. Ул тап шунда Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһының үтәнән - үтә сығыуын да, әммә батырҙың алышыуҙы дауам итеүен асыҡ һынландырҙы. Мишкә районының Янағош ауылы егете булған Ғазый Заһитовтың Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия бригадаһы разведчигы, өлкән сержант, II, III Дан ордены кавалеры булыуына төшөнгән тамашасылар был матур, йөкмәткеле сығыштан күп, фәһемле мәғлүмәт тә белде. "Далан" театр төркөмө етәкселәре Гөлнара Фридриховна Дәүләтбаева, Раушания Фәис ҡыҙы Рамазанова әҙерләгән сығышта башҡа ролдәрҙе лә еренә еткереп башҡарған 7 - се кластан Раушания Шәйхетдинованың, 8 - сенән Илнур Хафизовтың, 9 - ҙан Азалия Барыеваның, Артем Лоҡмановтарҙың да сығышын маҡтап телгә алырға мөмкин. Тимур оҫта ҡурайсы булараҡ, ә Артем үҙ ролен башҡарғанда патриотик рух тойғоһон аса алғаны өсөн номинацияларҙа ла билдәләнде.
Заманаһына тура килтереп костюмдар кейгән балаларҙың килештереп уйнағанын маҡтап телгә алған жюри ағзалары "Далан" ға 3 - сө урын бирҙе.
Тарихи шәхестәрҙе күңел түрендә йөрөткән йәш быуын вәкилдәре уларҙың батырлығына,ҡаһарманлығына мәңге рәхмәтле.
Читайте нас: