Нуриман районының хакимиәт бинаһында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” төбәктә ауыл хужалығының төп тармаҡтарының береһе булып торған эре мал үрсетеүгә арналды.
Үҙ эшен башлаусы ике фермер “Агростартап” дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларҙың теләге - районда фермер хужалыҡтары төҙөү.
Муниципалитет башлығы ғариза менән килеүселәрҙең теләген хупланы һәм “Нуриман информация – консультация үҙәге” хеҙмәткәрҙәренә кәрәкле документтар әҙерләүҙә ярҙам итергә күрһәтмә бирҙе.
“Агростартап” дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашырға ғариза биреүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығындағы махсус комиссияһы һайлап ала. Субсидияларҙың күләме 5 миллион һумға тиклем етеүе мөмкин.