Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:00

Халыҡ йыры - халыҡ күңеленә

"Ивушка" альбомлы булды

Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә.
Был мөһим халыҡ ижады фестивале республикала 18 июлдән 1 авгусҡаса үтәсәк. Фольклориадаға 80 - дән ашыу илдән 3 меңгә яҡын артист килеүе көтөлә. Район һәм ҡалаларҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм байрам сараларын үткәреү өсөн 72 майҙансыҡ әҙерләнә. Ошондай майҙансыҡтың береһе Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында буласаҡ.
Урындағы мәҙәниәт йортоноң "Ивушка" фольклор ансамбле коллективының исеме лә, уларҙың боронғо рус халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп, оҫта башҡарыуы ла республика халҡына яҡшы таныш. Әле улар фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алыу өсөн репертуар һайлай, яңы йырҙар өйрәнә. Башҡортостан Башлығы гранты һәм "Башҡортостан рустары соборы" йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында был ансамблдең аҫыл, боронғо йырҙары тупланған альбомы сыҡты. Ошо уңайҙан презентациялау сараһына йыйылғандар "Ивушка" ның ижадына бағышланған был матур альбомды ҡулына алып бер шатланһа, ә сит ил ҡунаҡтарына ул мәңгелек иҫтәлек булып ҡалыр.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: