Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 16:00

“Минең Брест”

99 йәшкә еткән яугир бөгөн дә зирәк аҡылы, йор һүҙе, иҫ киткес хәтере менән һоҡландыра

БСТ телеканалында Нуриман районының почетлы гражданины, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, легендар шәхес Ришат Сәлих улы Исмәғилевкә арналған “Минең Брест ” исемле документаль фильм күрһәтелде.
​Ришат Сәлих улы Брест крепосы өсөн барған алыштарҙа ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта иҫән - һау ғүмер кисергән өс һалдаттың береһе.
​99 йәшкә еткән яугир бөгөн дә зирәк аҡылы, йор һүҙе, иҫ киткес хәтере менән һоҡландыра.
​Фильм “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡатнашлығында төшөрөлгән. Ришат Сәлих улының йәш һалдат сағын профсоюз ойошмаһы белгесе Антон Антонов, ә шәфҡәт туташы ролен инженер - техник үҙәге белгесе Марина Романенкова уйнай.
​Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Ришат Сәлих улының яҡынлашып килгән тыуған көнөнә күркәм бүләк ул “Минең Брест” фильмы.
Читайте нас: