Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 12:25

Саңғыны үҙ иткән медицина хеҙмәткәрҙәре

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған белгестәр геройҙар иҫтәлегенә арналған ярыштарҙы дәррәү күтәреп алып, унда берҙәмлек күрһәтте

Благовещен район дауаханаһы еңеүселәр араһында
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты герой - табип Ф.Ф. Кургаев призына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған 45 - се республика медицина хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярыштарын ойошторҙо. Ундағы шәхси иҫәптә лә, командалар араһындағы ярыштарҙа ла сәләмәт тормош яҡлы аҡ халатлылар әүҙем ҡатнашты. Башҡа ҡала - райондарҙан килгән хеҙмәттәштәре араһында беҙҙең Благовещен район дауаханаһы вәкилдәре лә бар ине. Саңғы менән ныҡлап шөғөлләнгән фельдшер Илнар Рәхимов шәхси иҫәптә беренсе урын алды. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Ринат Нәбиуллин, Светлана Ҡәҙимова, Любовь Луговаялар Благовещен командаһын еңеүселәр рәтенә сығарҙы.
Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған белгестәр геройҙар иҫтәлегенә арналған ярыштарҙы дәррәү күтәреп алып, унда берҙәмлек күрһәтте.
Читайте нас: