"Берҙәм Рәсәй" партияһы "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә Шишмә районының спортсыларына матди ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Бының өсөн шишмәләргә республика бюджетынан бүленгән 340 мең һум аҡсаға муниципаль район бюджетынан өҫтәлмә сумма ла ҡараласаҡ. Был аҡсаларға райондың хоккей, футбол командаларының матди - техник базаһы яңыртылып, уйынсыларға логотиплы формалар, спорт кәрәк - яраҡтары һатып алынасаҡ.
Йәш быуындың киләсәгенә битараф булмаған өлкәндәрҙең ярҙамы һәр саҡ кәрәкле һәм ваҡытлы.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите сайтынан алынды.