Йәйғор
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 18:35

Батырҙарса һәләк булған егеттәр

Улар рухы йәшәй мәктәптә

Чечен Республикаһында хәрби бурысын өлгөлө үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Өфө районының Дмитриевка ауылы егеттәре - Игорь Логинов һәм Марсель Батыргәрәев иҫтәлегенә мәктәптә мини - футбол буйынса асыҡ турнир үтте.
Яҡшы уҡыған, ҡыйыу, тәүәккәл егеттәрҙе гел күңел түрендә йөрөткән уҡытыусылар коллективы был сараны йыл да ойоштора, унда ҡатнашыр өсөн йәш футболистарҙы әҙерләй, күрше мәктәп балаларын да саҡыра.
- Үҙҙәре лә спортты, айырыуса футболды яратып уйнаған Марсель һәм Игорь әле лә күҙ алдынан китмәй. Шәп, батыр егеттәрҙе һуғыш, ҡан ҡойош аямай. Яҡташ егеттәребеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр,- тип һөйләне мәктәптең физкультура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, отставкалағы капитан Йәүҙәт Чанышев.
Көсөргәнешле ярышта хужалар - Дмитриевка мәктәбе командаһы беренсе урын алды, Подымалов һәм Волков мәктәптәре 2- 3 - сө урындарҙы бүлеште.
Батырҙар иҫтәлегенә арнап уҙғарылған мини - турнир балалар араһында уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә лә, мәктәптәр араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға ла булышлыҡ итте.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас в