Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 14:30

Благовещен "Метеор"ы Саҡмағоштың "Строитель" командаһы менән осрашты

Уларҙы хоккей берләштерҙе

Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Саҡмағош районына барған благовещендар хоккей буйынса ярышта ҡатнашты.
Беҙҙең спорт һөйгән, хоккейға ғашиҡ команданы Саҡмағош ауылының матур, төҙөк йорттары, йыйнаҡ урамдары, шәп боҙ һарайы ҡаршы алды.
Дуҫтарса мөхиттә күрешкән ике команда араһындағы уйын көсөргәнешле барҙы. Ике команда уйынсылары ла уйын аҙағынаса беренселек өсөн бар көсөн һалып, лайыҡлы уйнаны. 7 - гә 5 иҫәбе менән "Строитель" командаһы "Метеор" командаһын еңде.
Уйын булғас еңеүсе лә, еңелеүсе лә була. Бер уйын төрө - хоккейға ғашиҡ егеттәр дуҫтарса һаубуллашты.
Читайте нас: