Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 17:00

“Еңеү салюты”старт алды

​“Хәтер һәм дан” йылы сиктәрендә ойошторолған “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивален Иҫке Бәҙәй ауыл биләмәһе башлап ебәрҙе

Фестиваль сиктәрендә урындағы мәктәптә асыҡ дәрестәр, тантаналы линейка үтте. Һәр бер кабинетта совет һалдаттарының, Нуриман районы яугирҙәренең ҡаһарманлығына арналған стендтар урын алды. Мәктәптең тарих уҡытыусыһы В. И. Алеев ҡунаҡтарҙы һәм уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән таныштырҙы, музейҙа һаҡланған экспонаттар тураһында ентекләп һөйләне.
​Иҫке Бәҙәй мәҙәниәт йортонда байрам концерты ойошторолдо. Ауыл биләмәһе башлығы Г. И. Иплаев һәм район советы депутаты А. В. Аймурзин фестивалдең мөһимлеген билдәләп үтте. Аҙаҡ Бөйөк Еңеүгә арналған йырҙар яңғыраны, шиғырҙар уҡылды.
​Сара яу ҡырында ҡорбан булған яҡташтарҙың һәйкәленә сәскәләр, гөлләмәләр бәйләме һалыу менән тамамланды.
​“Еңеү салюты” фестиваленең штандарты Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһенә тапшырылды.
Читайте нас: