Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 13:10

Инвалидтар өсөн бүлмә бирелде

Һорауҙары булғандар кәңәшкә килә

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында Бөтә Рәсәй инвалидтары йәмғиәтенә бүлмә бирелде.
Йәмғиәт рәйесе Эльза Миңлеҡәниф ҡыҙы Яныбаева әйтеүенсә, Трактовая урамындағы 13 - сө һанлы йортта урынлашҡан бүлмәгә инвалидтар кәңәш артынан килә, хәл - әхүәл белешеп, яңылыҡтарын һөйләп китә. Күптәр реабилитация программаһы сиктәрендә дөрөҫ итеп инвалидлыҡ юллау буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.
Мөмкинлектәре яғынан сикләнгән балалар, уларҙың ата - әсәләре менән дә йәмғиәт әүҙем эштәр алып бара. Шишмә спорт - һауыҡтырыу комплексында эшләгән тренер Зәйнәб Бәҙретдинова инвалид балаларҙы адаптив физкультураға йәлеп итә. Улар төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарға ла лайыҡ була.
Иғтибарға, аралашыуға, ярҙамға мохтаждарҙы бында һәр саҡ көтәләр, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар.
Мәғлүмәт "Шишмә" сайтынан алынды
Читайте нас: