Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 13:40

Ижадҡа ынтылған уҡыусылар

Рәсем сәнғәте, графикаға һөйөү берләштерҙе

Благовещен ҡалаһындағы 5 - се мәктәп уҡыусылары "Бөтә Рәсәй һүрәт төшөрөү - 2020" диктантына теләп ҡушылды.
2 - се кластан 9 - сы класҡа тиклемге 40 бала алдан уҡ конкурстың рәсми сайтында теркәлеп, диктант буласаҡ көнгә заданиелар алыуға өлгәште. "Рәсәй - уртаҡ йортобоҙ" тигән дөйөм темаға өҫтәлмә булып Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллыҡ юбилейы ла ҡушылды.
Сәнғәт донъяһын үҙ иткән, эстетик зауыҡ, нескәлек, матурлыҡ рухында тәрбиәләнгән балалар диктантҡа етди әҙерлек менән килгәйне. Улар үҙҙәренә даими бирелгән ваҡыт эсендә рәссамдың эшмәкәрлек төрҙәре - рәсем сәнғәте һәм графикаға өҫтөнлөк бирҙе. Һүрәттәрендә улар юғарыла әйтелгән темаларға ҡағылышлы үҙ фекерен, күҙаллауын аҡ ҡағыҙҙа сағылдырҙы.
Тырыш уҡыусылар хәҙер диктант һөҙөмтәләрен түҙемһеҙләнеп көтә. Ә улар мотлаҡ яҡшы булыр. "Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ" тигәндәй, илһамын эшкә егеп, ыңғай һөҙөмтә өсөн бар көсөн һалды йәш рәссамдар.
Читайте нас: