Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 16:00

Ыңғай күренештәр

Нуриман районының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органы 2019 йыл буйынса күрһәткестәрҙе иғлан итте

Үткән йылда 89 никах теркәлгән. Айырылышыу осраҡтары 2018 йыл менән сағыштырғанда 9 - ға әҙерәк булған. 2020 йылдың ғинуар айында 7 никах теркәлгән, айырылышыуҙар һаны өскә кәмерәк.
2019 йылда яҡты донъяға 180 сабый килгән, шуларҙың 88 - малай, 92 - ҡыҙ бала. 45 бала – ғаиләлә беренсе, 61 - икенсе, ә 74 - өсөнсө һәм унан күберәк.
Үткән йылда үлем осраҡтарының һаны район буйынса 322 булған. 2018 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 7 - гә кәмерәк. 2020 йылдың ғинуар айында 19 кеше яҡты донъянан китһә, 22 бала тыуған.
Тимәк, аҙ булһа ла ыңғай күренештәр бар.
Читайте нас: