Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 13:42

Йәйге ялға әҙерлек

Йәйге ялға әҙерлек

Шишмә район хакимиәтенең мәғариф идаралығы бөгөндән үк балаларҙың йәйге ялын хәстәрләй.
Мәғариф идаралығының методисы Әлмирә Мәҡсүтова хәбәр итеүенсә, райондың барса ойошма, предприятиеларынан йәйге ял лагерҙарына заявка йыйып алынған. Балаларҙың һаулығын, ялын хәстәрләгән республика бюджетынан былтырғыға ҡарағанда күберәк аҡса бүленгән. 9731800 һумға балалар көндөҙгө ял лагерҙарында, шифаханаларҙа ял итәсәк. Шифаханалағы ялдың бер көнө - 1007 һум булһа, ә лагерҙа - 867 һум буласаҡ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, айырым категорияға ингән балаларға быйылғы йылдан бушлай ял итеү өсөн йүнәлтмә биреләсәк. Бының менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы шөғөлләнәсәк.
Быйылғы йылдың 1 - се июненән райондың 23 мәғариф учреждениеһында көндөҙгө ял итеү үҙәктәре эшләй башлаясаҡ. Белем усаҡтарындағы 14 хеҙмәт һәм ял лагерҙары 1430 баланы ҡабул итәсәк. Спорт, балалар майҙансыҡтарында яҡынса 2000 бала өсөн күп төрлө саралар үткәреү күҙаллана. Үҫмерҙәр күп көнлөк туристик походтарға йәлеп ителәсәк. Айырым план буйынса райондағы 5391 баланың ялын ойоштороу, һаулығын хәстәрләү өсөн күп төрлө эштәр башҡарыу ҡаралған.
Балалар ял итәсәк биналарҙың торошо махсус төҙөлгән комиссия тарафынан етди тикшерелеп, улар менән эшләйәсәк белгестәр ҙә һайлап алынасаҡ.
Мәғлүмәт "Родник плюс" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: