Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 16:00

Аҡ халатта уҙған йылдар

Яратҡан эше менән бәхетлеләр

Благовещен райондағы үҙәк дауаханаһына йәшләй генә эшкә килеп, күп йылдар дауамында халыҡтың сәләмәтлеге һағында торған хөрмәтле шәфҡәт туташы Татьяна Аблаеваны, фельдшер Галина Кузнецованы барыһы ла маҡтай, ихтирам итә.
Дауахананың инфекцион бүлегендә эшләгән Галина Павловна менән тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлегендә фельдшер вазифаһын башҡарған хеҙмәт ветерандары хаҡлы ялға китте.
- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән йылдарымда яратҡан һөнәремдең нескәлектәрен онотмай, белемемде даими камиллаштырып торҙом. Барса талаптарҙы үтәгәндән тыш, ауырыуҙар һәм уларҙың туғандары менән уртаҡ тел таба инем. Был иң мөһиме. Сирлене аяҡҡа баҫтырыу өсөн улар бик күп көс һала. Рухи яҡтан ныҡ, түҙемле булған кешеләр генә шәфҡәт туташы булып эшләй ала, - тип һөйләне ғүмере буйы эшенә яуаплы ҡараған, итәғәтле Татьяна Аблаева. Уларҙы тантаналы шарттарҙа оҙатырға йыйылған хеҙмәттәштәре бергә эшләгән йылдар өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Дауахананың профсоюз комитеты рәйесе Венер Шәрипов та хеҙмәт ветерандарына изге теләктәр менән сәскә гөлләмәләрен бүләк итте.
Читайте нас: