Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 15:00

Айыҡ ауыл - айыҡ аҡыл

Удельно - Дыуанайҙар конкурска етди әҙерләнә

Күп һанлы мәғлүмәт сығанаҡтарынан ишетеп белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта республикабыҙҙа "Айыҡ ауыл - 2019" республика конкурсының һуңғы этабы бара.
Муниципаль этапта уҙған конкурста республиканың 464 ауылы ҡатнашҡайны. Һайлап алыу турынан һуң 47 ауыл республика этабына үтте. Улар араһында Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауылының булыуы беҙҙең район өсөн ҡыуаныслы.
Удельно - Дыуанай халҡы, барса йәмәғәтселек, социаль - мәҙәни объекттар етәкселәре ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилина етәкселегендә был йәһәттән күп төрлө эштәр башҡара. Эскелеккә ҡаршы көрәш башлаған удельнодыуанайҙар тарафынан төрлө саралар үткәрелә. Депутаттар үҙенең һайлау округтарында һайлаусылар менән бергә эш алып бара. Олоһон да, кесеһен дә сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатынан уларға төрлө спорт ярыштары ойошторола, өлкәндәр өсөн "Ритм" һауыҡтырыу спорт түңәрәге лә асылған. Мәктәптә йәшел йыланға ҡаршы төрлө лекция, асыҡ дәрестәр, бәхәстәр үтә. Был кәрәкле эштәргә әле ялда булған студенттар ҙа йәлеп ителә. Ауылдың мәҙәниәт йорто сәхнәһе лә гөрләп тора: теләһәң концерт ҡара, тематик кисәгә рәхим ит! Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр, ғаиләләр менән махсус комиссия эш алып бара.
- Был эштең бик кәрәкле булыуын аңлап, алға ҡуйылған бер дөйөм йүнәлеште алып, уртаҡ эштәр башҡарабыҙ. Уйлап, һәр өлкәне лә биләп алып, ҡулға - ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. "Айыҡ ауыл - 2019" конкурсы сиктәрендә ойошторолған төрлө сараларҙы хештегтар менән билдәләп, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарына урынлаштырабыҙ, - тип һөйләне ауылым, халҡым тип янған, ошо ерҙә тыуып - үҫкән ауыл хакимиәте башлығы Надежда Сергеевна Жилина.
Артабан улар, проект графигына ярашлы, 25 февралдән 28 - нә тиклем конкурс презентацияһын яҡларға әҙерләнә. Башҡарасаҡ эштәрендә уңыштар, лайыҡлы еңеү яуларға яҙһын тип теләйек уларға.
Читайте нас: