Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 16:00

Киләсәктә белгес булырҙар

Иң яҡшылар иҫәбендәге завод

Шишмә ҡасабаһындағы 9 - сы класс уҡыусылары һөнәри йүнәлеш алыу, буласаҡ һөнәр һайлау маҡсатынан Шишмә май һығыу заводына сәйәхәт ҡылды.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тармағында иң яҡшылар иҫәбенә ингән Шишмә май һығыу заводында яҡшы сифатлы орлоҡтан көнбағыш, рапс майы етештерелә. Бында сығарылған хуш еҫле, экологик яҡтан таҙа майҙар сит илгә лә һатыла.
Заводтың йыйыштырылған территорияһынан алып, май экстракциялау һәм таҙартыу, әҙер продукция цехтарына уҡыусыларҙы оҙатып йөрөгән етәксе Айҙар Яҡупов уҡыусыларға күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе, һөнәр алғандан һуң белгес булып, заводҡа эшкә килергә лә саҡырҙы.
Мәғлүмәт "Шишмә" сайтынан алынды.
Читайте нас: