Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 12:00

Студенттар осрашты

Уларҙы йәнле аралашыу йәлеп итте

5 февралдә Башҡортостан Республикаһынан ситтә уҡыған студенттар өсөно форум ойошторолдо.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостанда эшләргә ылыҡтырырға йүнәлтелгән был сарала Благовещен ҡалаһы егете, Ҡазан дәүләт энергетика университеты студенты Рәмил Батыргәрәев, Асҡын районы егете, Рәсәйҙең И.М.Губкин исемендәге нефть һәм газ дәүләт университеты студенты Салауат Юнысов һәм ошо уҡ район ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Гүзәл Юнысова ҡатнашты.
"Конгресс - холл " Торатау" ҙа уҙған был сарала студенттар республика етәкселеге менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәрендә, квизда ҡатнашты. Башҡортостанға эшкә урынлашыу һәм стажировка үтеү урынын эҙләү буйынса проект менән дә танышты, интерактив майҙансыҡтарҙа эшләне.Теләгәндәр республиканың төрлө уҡыу йорттарына экскурсияға ла барҙы.
- Ситтә уҡып йөрөһәк тә, тыуған Башҡортостаныбыҙға кәрәкле булғаныбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ. Беҙҙең өсөн бик шәп, файҙалы сара ойошторғандар. Киләсәктә республикабыҙға юғары квалификациялы белгестәр булып, эшкә ҡайтырға яҙһын, - тип һөйләне Рәмил, Салауат һәм Гүзәл.
Читайте нас: