Йәйғор
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 12:00

Хеҙмәт иткәндәр - йәмғиәттә абруйлы

"Ысын ир - егет әрме хеҙмәтен үтәргә бурыслы", - тип иҫәпләй Рөстәм Хөсәйенов

"Үткән ғүмер - аҡҡан һыу" тигәндәй, Благовещен ҡалаһының 5 - се мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барған бәләкәй генә кәүҙәле, тыйнаҡ, гел генә йылмайып торған Рөстәм әле лә күҙ алдында тора.
Бөгөн инде, ул 20 йәшлек оҙон кәүҙәле, сибәр, аҡыллы егет булып буй еткергән. Өфөнөң яғыулыҡ - энергетика колледжын тамамлаған Рөстәм Хөсәйенов Өфө дәүләт нефть университетына ситтән тороп уҡырға ингән студент һәм Ярославль өлкәһе Переславль Залесский ҡалаһында ракета ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үтәгән һалдат.
Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән Рөстәм яҡындарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Хеҙмәткә алыныуына ике ай тигәндә, уның янына атаһы Урал һәм әсәһе Рүзилә, ағаһы Руслан Хөсәйеновтар барып ҡайтҡан. Улар күмәкләшеп Рөстәмдең хәрби ант ҡабул итеүендә ҡатнашҡан.
- Хеҙмәт иткән егеттәрҙең йәмғиәттә абруйы арта, улар алдында төрлө мөмкинлектәр асыла, яңы кешеләр менән танышып, яңы ерҙәр күрәһең. Ошо хеҙмәт иткән ерең, йылдар үткән һайын ҡәҙерле, яҡын була бара. Әрме хеҙмәтенә барырғамы - юҡмы тигән уй бер ҡасан да башҡа килгәне юҡ. Беҙҙең нәҫелдең көслө вәкилдәренең күптәре үҙенең изге һалдат бурысын үтәгән. Рөстәмебеҙҙе лә тик изге теләктәр, яҡшы уйҙар менән тыуған ерҙә көтөп ҡалабыҙ, - тип һөйләне уның атаһы Урал Миңнулла улы Хөсәйенов.
Белемле лә, физик яҡтан да төплө әҙерлек үткән яҡташыбыҙға биргән антына тоғро ҡалып, алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәргә яҙһын.
Читайте нас: