Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 16:00

Мәңге йәшәр һәйкәл ҡуйылған

Исемдәре ҡайтты әйләнеп

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡаһарман яугир - яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдең үҙе лә, уның тирә - яғы ла гел ҡаралып тора.
"Ғорурланабыҙ. Иҫләйбеҙ.Ҡәҙерләйбеҙ." акцияһына ҡушылған урындағы мәктәптең 9 - сы класс уҡыусылары ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә һәйкәл урынлашҡан майҙанды ҡарҙан таҙартты.
- Һәр халыҡ тарихи урындарҙы, һәйкәлдәрҙе белергә, улар хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа ҡаһарман, намыҫлы булған, яу яландарында башын һалған яҡташтарыбыҙға мәңгелек дан йырлайбыҙ, уларҙы рәхмәт менән иҫкә алабыҙ, - тип һөйләне Шөңгәккүл ауыл мәҙәниәт йорто директоры Наталья Гуторова.
Бөгөнгө бәхетле, матур тормошта йәшәгән быуын вәкилдәренә уларҙың батырлығы мәңгелек.
Мәғлүмәт "Шишмә" сайтынан алынды.
Читайте нас: