Эльза Марат ҡыҙы Чернова етәкләгән был ансамбль Өфөнөң "Химик" һарайында үткән "Голос" Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды. Һәләтле, йыр сәнғәтенә ғашиҡ булған Ләйлә Мостафинаның, Екатерина Уварованың, Арина Арыҫланбәкованың, Ынйы Әйүпованың, Иделия Гәрәеваның, Әлиә Бәхтиеваның сығышын талапсан жюри ағзалары I, II,III дәрәжә дипломдар менән баһаланы.