Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 13:00

Һуғыш йылдарын иҫләткән моңдар

Ҡаһармандар миҫалында - илһөйәрҙәр тәрбиәләйек

Ҡәһәрле һуғыш һәр бер ғаиләлә, халыҡ хәтерендә йәшәй, улар күңеленән был ауыр мәлдәр шиғыр юлдары, көй булып ағыла.
Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Өфө районының Михайловка моделле ауыл мәҙәниәт йортонда "Еңеү ҡанаттары" республика халыҡ ижады фестиваленең район этабы уҙҙы. Райондың Миловка, Ҡыҙылъяр, Дмитриевка, Михайловка ауылдарындағы мәҙәниәт усаҡтары тамашасы хөкөмөнә театр, йыр коллективтары, айырым башҡарыусылар, бейеү ансамблдәренең сығышын сығарҙы. Сәхнәнән һуғыш осоро йырҙары яңғырай, ә халыҡ күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Улар Еңеүҙең хаҡы бик юғары, ул кеше ғүмерҙәре менән иҫәпләнеүен белеп, күҙ алдынан яҡындарын үткәрә, исемдәрен барлай.
Бөгөнгө тыныс тормош хаҡына беҙ, батыр яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙебеҙ тәрбиәләгән балалар оло ғорурлыҡ менән Ватанын һөйгән илһөйәр, намыҫлы, ысын шәхес булып үҫһен.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: