Сара эшендә республиканың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, райондың башҡорт фольклор коллективтары ағҙалары ҡатнашты.
Сара барышында “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң эшенә анализ яһалды. Семинарҙа ҡатнашыусылар ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһы территорияһында үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Форум сараларының бер өлөшө Иглин районында ойоштороласаҡ.
Мәҙәниәт учреждениеларында Фольклориадаға әҙерлек эштәре әүҙем бара. Райондың ағинәйҙәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә төрлө саралар үткәрә. Иглин “Ағинәйҙәр ҡоро”ойошмаһы вәкилдәре Бөрйән районында үткән зона йыйылышында тәжрибә уртаҡлашыуҙа булып ҡайтты. Ағинәйҙәр башҡорт милли кейеме элементтарын эшләү буйынса өйрәнеү семинарҙарында ла бик теләп ҡатнаша. Йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында йыш ҡына булалар, кескәйҙәрҙе башҡорт милли кейемдәре, музыка ҡоралдары менән таныштыралар.
Семинар барышында Түбәнге Ләмәҙ мәҙәниәт йортоноң Әхирәттәр", Ҡарамалынан "Хәтирә" башҡорт халыҡ фольклор коллективтары, Меңйетәрҙән “Аҡ тирмә" өлгөлө башҡорт халыҡ фольклор коллективы милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телде терғеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, тип билдәләнде.