Ғөмүм йыйылышта кировтар беренсе сиратта ауылға үҙ бушатҡыс йөк машинаһы кәрәк, тигән ҡараға килде. Уларҙың фекеренсә, был машина ярҙамында насар хәлдә булған юлдарға ҡом-таш ташып йәйәргә мөмкинлек буласаҡ. Бынан тыш, техника территорияларҙы таҙартыу буйынса өмәләргә, экологик субботниктарға ла йәлеп ителәсәк. Ә ҡышҡы осорҙа машинаны юлдарҙы ҡарҙан таҙартырлыҡ итеп көйләп була.