Шишмә район хакимиәтенең баш архитекторы Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, районда 100 тирәһе яңы адрес барлыҡҡа киләсәк.Ошо йәһәттән, 2019 йылда өс объект - Шөңгәккүл, Ибраһим, Красный Октябрь ауылдарындағы шәхси төҙөлөшкә тәғәйенләнгән ерҙәрҙе межалау өсөн тейешле документтар эшләнеп алынған.Быйылғы йылдың 3 кварталында Красный Октябрь ауылында өфөләр өсөн 455 ер участкаһы бүленһә, ә Шөңгәккүлдәге 291 ер участкаһында йорт төҙөргә мөмкинлек буласаҡ. Шишмә ҡасабаһында һәм Сайран ауылында берҙәм сиратҡа баҫҡандар өсөн ер участкалары бүленәсәк. Йәрми ауылына ҡаршы яңы микрорайондың ҡалҡып сығыуы күҙаллана. Был микрорайонда социаль - мәҙәни объекттар, физкультура - һауыҡтырыу комплексы, магазиндар ҙа төҙөләсәк. Шишмә ҡасабаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Набережная урамындағы 96 - сы, Ленин урамындағы 62 - се йорттарҙың төҙөлөшө яңынан тергеҙеләсәк.Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан, социаль - иҡтисади яҡтан ныҡлы үҫешкән Шишмә ере тағы ла матурайыр, яңы микрорайон, ауылдарҙа яңы урамдар, күркәм йорттар ҡалҡып сығыр. Бының барыһы өсөн дә етәкселәр ҙур тырышлыҡ күрһәтә.