Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 15:00

"Сулпан" булһа, моң да йәшәр

Мәҙәни майҙансыҡҡа килегеҙ

Туған теле - татар телен, әҙәбиәтен, моңло, йырлы халҡының мәҙәниәтен ҡәҙер, хөрмәт иткән гүзәл заттар Өфө районының Авдон ауыл китапханаһына йыйылды.
"Татар ҡатын - ҡыҙҙар" региональ йәмәғәт ойошмаһының "Аҡ ҡалфаҡ" бүлексәһенә йөрөгән әүҙем ханымдар "Йыр - моң таралды бөгөн..." тигән музыкаль ҡунаҡханаға килеп, ауылда "Сулпан" вокал ансамблен булдырырға ҡарар итте. Күңеле менән моңға ғашиҡ Альбина Яҡупова етәкләйәсәк был ансамблдең репертуары ла һайланып алынды, йырсыларҙың сәхнә кейеме тураһында ла һөйләшеү булды.
Етди һөйләшеү өсөн булдырылған асыҡ мәҙәни майҙансыҡта улар тағы ла осрашыр, ансамблдең моңло йырҙары ла үҙ тамашасыһына барып етер.
Мәғлүмәт Өфө районының мәҙәниәт бүлеге сайтынан алынды.
Читайте нас: